Атайҙар көнө менән!
Октябрь 19, 2025
Просмотров: 1
Бөгөн - Атайҙар көнө. Атайлы бала - арҡалы бала, ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та, атай-әсәйле булып, мохтажлыҡ күрмәй, баласаҡ бәхеттәрен татып үҫеүгә ни етә! Һуңынан ғүмер буйына һағынып һөйләрлек хәтирәләргә бай була ул.
Балаларыбыҙға атайҙарына арҡаланып, иркәләнеп йәшәргә Хоҙай насип итһен! Ер йөҙөндә ғаиләһе өсөн өҙөлөп, балалары өсөн йән атып торған, эшлекле, аҡыллы, яҡшы атайҙар күберәк булһын!
Үҙ көсөндә ҡалһын, үҙгәрмәһен.
Боронғонан ҡалған бер өмөт.
Ил ағаһы булып, АТАЙ булып,
Ғорур булып ҡалһын ир - егет!
Хөрмәтле барлыҡ Атайҙар!

Һеҙҙе матур байрам, АТАЙҘАР көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!



Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаиләгеҙгә терәк булып, яҡындарығыҙға кәрәк булып, оҙон - оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерегеҙ!

