Уҡытыусылар көнө менән!

Октябрь 5, 2025 Просмотров: 1
Уҡытыусы – бик боронғо һөнәр эйәһе. Балаларға белем биреү менән бер рәттән улар кешене шәхес итеп тәрбиәләүҙә лә ҙур роль уйнай. Кешене кеше иткән аң-белемде беҙ нәҡ мәктәп партаһы артында алабыҙ, беҙҙең киләсәктә кем булыуыбыҙ, ниндәй һөнәр һайлауыбыҙ – барыһы ла тиерлек уҡытыусы ҡулында. Мөғжизәләр тыуҙырыусы ғалимдар ҙа, хистәренән йыр яһаусы шағирҙар ҙа, батырлыҡта тиңдәше юҡ геройҙар ҙа, сәхнәләрҙе балҡытыусы артистар ҙа – бөтәһе лә уҡытыусыға бурыслы...
Хөрмәтле уҡытыусылар! Һеҙҙе һөнәри байрамыбыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Ауыр, әммә изге эшегеҙҙә ҙур уңыштар, зирәк һәм тыңлаусан уҡыусылар теләйбеҙ!!!