Ҡәҙерле әсәйҙәр, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Һеҙҙе иң гүзәл байрамдарҙың береһе – Әсә көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Ноябрь 28, 2025 Просмотров: 245
Ҡәҙерле әсәйҙәр, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!
Һеҙҙе иң гүзәл байрамдарҙың береһе – Әсә көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һәр беребеҙ өсөн Әсә – изгелек һәм шәфҡәтлелек, ышаныс һәм тоғролоҡ, сабырлыҡ һәм мөләйемлек өлгөһө булып тора. Беҙ барыбыҙ ҙа әсәйҙәрҙең сикһеҙ һөйөүенең, һиҙгер күңеленең һәм хәстәрлекле ҡулдарының ҡәҙерен беләбеҙ һәм уға мәңге рәхмәтлебеҙ. Әсә кеше донъяға яңы йән эйәһе бүләк итә, балаға бишек йырҙары аша әхлаҡ нигеҙҙәрен, рухи  ҡиммәттәрҙе һеңдерә. Был матур байрам ғәзиз әсәй-ҙәребеҙ алдында баш эйеү, уның изгелегенә, хәстәрлекле ҡулдарына мәҙхиә йырлау өсөн иң уңайлы сәбәп.  
Йәнендә һөйөү гөлдәре үҫтергән, наҙлы, иркә  һүҙҙәр йөрөткән гүзәл әсәйҙәр! Һеҙгә балаларығыҙҙың  тормошта уңыштарға өлгәшеүен күреп, һәр ваҡыт шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына кисереүегеҙҙе теләйбеҙ. Үҫеп етеп, улар һеҙгә үҙегеҙҙән алған изгелек һәм наҙ менән генә яуап бирһендәр. Йорттарығыҙ һәр саҡ үҙ-ара аңлашыу , именлек, муллыҡ һәм бәхеттән балҡып торһон! Был байрам көнөндә  бөтә уй-теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын!